Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 17:16

“Ағиҙел”гә яҙылһаң, донъя һис тә ялҡытмаҫ!

Шундай мәл була: эҫе йәйе лә, ҡайнар сәйе лә, наҙлы ҡараш та, итле-һурпалы аш та... ялҡытып китә. Донъя ла үҙгәреүсән, күңел дә эҙләнеүсән.

“Ағиҙел”гә яҙылһаң, донъя һис тә ялҡытмаҫ!
“Ағиҙел”гә яҙылһаң, донъя һис тә ялҡытмаҫ!

Шул саҡ һеҙгә ярҙамға шәп китап йә “Ағиҙел” журналы килер. Уҡығыҙ, танһығығыҙҙы ҡандырыр әҫәрҙәрҙе йотлоғоп китеп уҡығыҙ. Китап менән “Ағиҙел” дә ялҡытһа... ҡайнар сәй эсегеҙ баллап-майлап, уҡыған әҫәрегеҙ хаҡында һүҙ сурытығыҙ яйлап, һөйгәнегеҙгә йылы ҡараш ташлағыҙ (тәмле булһын ашығыҙ!) һәм үҙен дә, ашын да маҡтағыҙ, тотоноғоҙ яратҡан эшегеҙгә, йә, тағы ни кәрәк был фанилыҡта кешегә!? Өҫтәлдә сәй, икмәк һәм “Ағиҙел” булһа, һөйгән йәрең йылмайып торһа, балалар сыр-сыу килеп уйын ҡорһа, тимәк тормош бөтөн, һин бәхетле бөгөн, күңел-тамаҡ туҡ, зар-бәләләр ҙә юҡ! Ҡыҫҡаһы, “Ағиҙел”гә яҙылһаң, донъя һис тә ялҡытмаҫ!

Мөнир Ҡунафин, баш мөхәррир.

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: