Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2022, 11:25

Силәбе өлкәһендә Башҡорт тарих-мәҙәни үҙәге асылды

Сара барышында Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Силәбе өлкәһендә Башҡорт тарих-мәҙәни үҙәге асылды
Силәбе өлкәһендә Башҡорт тарих-мәҙәни үҙәге асылды

 

Башҡорт милли кейеме көнөдә Силәбе башҡорттары өсөн тантаналы байрам ойошторолдо: бында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы асылды.

Байрамда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры Алексей Бетехин, Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең ижтимағи бәйләнештәр идаралығы начальнигы Дмитрий Семенов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Әминә Шафиҡова халыҡты сәләмләп, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренең Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса барлыҡҡа килеүен билдәләне. Бөгөн бындай учреждениелар алты төбәктә эшләй.

- Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыуға Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Леонидович Текслер ярҙам итте. Үҙәктәр алдындағы төп бурыс – башҡорт йәмәғәт берекмәләрен туплау, туған телде, мәҙәниәтте, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, үҫтереү, шулай уҡ мәҙәни саралар тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итеү. Берҙәм көс менән уртаҡ фекергә килгән Силәбе йәмәғәтселегенә һәм үҙәк белгестәренә айырыуса ҙур рәхмәт, - тип билдәләп үтте Әминә Шафиҡова.

Алексей Бетехиндың һүҙҙәре буйынса, төбәктә 150-нән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Улар өсөн төрлө милли-мәҙәни саралар йыш үтеп тора. Һабантуй һәм “Рәсүл уҡыуҙары” иң күләмлеләренән һанала. “Был байрамдарға хатта күрше биләмәләрҙән дә ҡунаҡтар йыйыла. Беҙҙең төбәктәр араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк", тип белдерҙе ул.

- Хәҙерге ваҡытта 31 мәктәптә һәм 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Кемдең теләге бар, барыһы ла шөғөлләнә. Тарихи-мәҙәни үҙәк башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтерергә әҙер булғандарҙы берләштерер тип ышанам, - ти Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Осрашыу барышында ике төбәктең Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Тантаналы шарттарҙа иң әүҙем мәҙәниәт эшлеклеләренә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды.

 

Белешмә.

 

Башҡортостанды һәм Силәбе өлкәһен күптәнге туғандарса мөнәсәбәт бәйләй. 2015 йылда Өфөлә сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Силәбе өлкәһендә 160 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. 2020 йылда унда Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Бөгөн ул Силәбе ҡалаһының Ленин урамындағы 13-сө йортта эшләй.

 

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: