Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2022, 10:20

Осрашыуҙар

Күңелдәрҙе яҡтыртты шиғриәт байрамыБөтә Донъя шиғриәт көнөндә  “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Ш.Бабич исемендәге  республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Гөлназ Ҡотоева Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала  шиғриәт һөйөүсе дуҫтарын йыйҙы.

Осрашыуҙар
Осрашыуҙар

Күңелдәрҙе яҡтыртты шиғриәт байрамы

Бөтә Донъя шиғриәт көнөндә  “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Ш.Бабич исемендәге  республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Гөлназ Ҡотоева Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала  шиғриәт һөйөүсе дуҫтарын йыйҙы. Ижади осрашыуға  БДУ-ның башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты студенттары һәм буласаҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре – М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледж студенттары килде. Шағирәнең хисле, наҙлы, яҡты  шиғриәте  яҙҙы көткән йөрәктәргә  йылы им булып яғылды, күңел көмбәҙен яҡтыртты,  һәр сығышы ихлас алҡыштарға күмелде.

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Осрашыуҙар
Осрашыуҙар
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: