Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2022, 20:25

Риф ТОЙҒОН

"Йөрәктә мөхәббәт"Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт шағиры Риф Тойғондоң хәтер кисәһе үтте. Уны яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алып барҙы. Сарала шулай уҡ Зәки Әлибаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбаев, Алмас Шаммасов, Таңсулпан Ғариповалар ҡатнашты.

Риф ТОЙҒОН
Риф ТОЙҒОН

"Йөрәктә мөхәббәт"

Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт шағиры Риф Тойғондоң хәтер кисәһе үтте. Уны яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алып барҙы. Сарала шулай уҡ Зәки Әлибаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбаев, Алмас Шаммасов, Таңсулпан Ғариповалар ҡатнашты.

Яҙыусының яҡындары 2021 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Йөрәктә мөхәббәт" исемле шиғырҙар китабының исем туйын үткәрҙе.

Шағир беренсе әҫәрҙәрен 13 йәшенән ижад итә башлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө ҡалаһының "Нур" театры репертуарҙары өҫтөндә эшләй Ундан ашыу китабы нәшер ителгән.

Әҫәрҙәренең төп темаһы - мөхәббәт. Ул хис шағирҙың һигеҙ йыл элек тибеүҙән туҡтаған йөрәгендә һәр ваҡыт йәшәп килгән.

Риф ТОЙҒОН
Риф ТОЙҒОН
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: