Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2022, 20:35

Конкурс

#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана #Башҡортостангәзите #ГазетаБашкортостан #Публицистика #Конкурс“Осло ҡәләм” мәҡәләләр конкурсыХөрмәтле ҡәләмдәштәр! 1 февралдән “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенең 105 йыллығына арнап, республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзалары араһында “Осло ҡәләм” мәҡәләләр конкурсы иғлан итәбеҙ. Һеҙҙе ошо бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Конкурс
Конкурс

#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана #Башҡортостангәзите #ГазетаБашкортостан #Публицистика #Конкурс

“Осло ҡәләм” мәҡәләләр конкурсы

Хөрмәтле ҡәләмдәштәр! 1 февралдән “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенең 105 йыллығына арнап, республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзалары араһында “Осло ҡәләм” мәҡәләләр конкурсы иғлан итәбеҙ. Һеҙҙе ошо бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт телендә ирекле темаға яҙылған аналитик юҫыҡтағы мәҡәләләрҙә йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреү, уларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышыу, хәл итеү юлдарын күрһәтеү; иң һәләтле, оҫта яҙған хәбәрселәрҙе билдәләү, уларҙы дәртләндереү. Сара төплө аналитик мәҡәләләр аша һүҙ бәҫен арттырыуға, ваҡытлы матбуғаттың абруйын күтәреүгә, уның биттәрендә көн ҡаҙағындағы темалар буйынса фекер алышыу тыуҙырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Тәҡдим ителгән журналистик эштәрҙең башҡорт телендә төплө аналитик йүнәлештә булыуы мотлаҡ. Мәҡәләләрҙең темаһын, конкурс маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килтереп, ҡатнашыусы ирекле һайлай. Йөкмәткегә тап килерҙәй фотоһүрәттәр булыуы хуплана. Конкурс комиссияһы тарафынан эштәрҙә күтәрелгән теманың көнүҙәклеге, сифаты – йөкмәтке тәрәнлеге, башҡарып сығыу оҫталығы, грамоталылығы баһалана.

Ай һайын бер еңеүсе билдәләнә, уға 5 (биш) мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыла. Ҡатнашыусылар редакцияның Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Конкурс
Конкурс
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: