Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2022, 20:40

Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме

18 март көнө Учалы районы хакимиәтенең бәләкәй залында Учалы яҙыусылар ойошмаһының отчет – һайлау конференцияһы үтте. Көн тәртибендә ойошманың 2018-2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеген баһалау, актив ижадсыларҙы бүләкләү һәм яуаплы сәркәтип, идара һайлау ине. 

Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме
Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме
18 март көнө Учалы районы хакимиәтенең бәләкәй залында Учалы яҙыусылар ойошмаһының отчет – һайлау конференцияһы үтте. Көн тәртибендә ойошманың 2018-2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеген баһалау, актив ижадсыларҙы бүләкләү һәм яуаплы сәркәтип, идара һайлау ине. Сарала Башҡортостан яҙыусылар берлеге етәксеһе Әлибаев Зәки Арслан улы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы вәкиле Сәғитов Айнур Марат улы, Учалы район советы секретаре Ғарипов Зариф Ғадинан улы, Учалы районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Шагалина Гүзәлиә Ишбай ҡыҙы, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Сәфиуллина Лира Сәғитьян ҡыҙы ҡатнашты. Шулай уҡ, Учалы яҙыусылар ойошмаһына ҡараған, үҙ райондарында ижади берләшмәләргә ойошоп ижад иткән Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы”нан (Белорет) , “Йәйғор”ойошмаһынан (Әбйәлил) ҡәләмдәштәр килеп етте.
2018 йылдан ойошманы етәкләгән Солтанова Римма Рәмил ҡыҙы отчет доклады менән сығыш яһаны. Ошо биш йылға яҡын осорҙа башҡарылған эштәргә, сараларға, ижади үҫешкә, проблемаларға байҡау яһалды. Ҡыҙыу, ентекле һүҙ алышыу ойошторолдо. Яңы ағзаларға ойошманың ағзалыҡ кенәгәһе тапшырылды. Учалы яҙыусылар ойошмаһының 2018-2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеге бер тауыштан ҡәнәғәтләнерлек тип табылды.
Көн тәртибенең икенсе өлөшөндә алдынғыларҙы бүләкләү булды. Бына улар:
Учалы яҙыусылар ойошмаһының почет грамотаһы :
Сафина Әҡлимә;
Һиҙиәтов Мансур ;
Шаһиев Рәүф ;
Зөлҡәрнәева Шәүлиә ;
Шөғәйепова Минзәлә ;
Мәхмүтдинова Дилара ;
Ғатауллина Сәлиә ;
Хәмбәлиева Наилә ;
Зөлҡәрнәева Фәнүзә;
Ғәлиханова Гөлсара.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы исеменән “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән:
Сафина Әҡлимә ;
Шөғәйепова Минзәлә;
Зөлҡәрнәева Фәнүзә .
Әлибаев Зәки Арслан улы Солтанова Римма Рәмил ҡыҙына Башҡортостан яҙыусылар берлегенең почет грамотаһын тапшырҙы.
Өсөнсө көн тәртибенә ярашлы, ойошманың яуаплы сәркәтибен һәм идараһын һайлау ойошторолдо. Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе итеп бер тауыштан, шағирә Шөғәйепова Минзәлә һайланды. Идара ағзалары: Сафина Әҡлимә, Хәмбәлиева Наилә һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһына ҡараған һәр ижади берләшмәнең етәксеһе.
Сара дөйөм фотоға төшөү һәм сәй табыны, матур ижади аралашыу, фекер алышыу менән тамамланды.
 
Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме
Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: