Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2022, 11:10

Урал батыр

Урал батырҙың ҡышҡы уйындарыБөрйән районында Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Һарғая ауылында урынлашҡан үҙәк утарында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары - 2022" спорт-фольклор байрамы булды.

Урал батыр
Урал батыр

Урал батырҙың ҡышҡы уйындары

Бөрйән районында Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Һарғая ауылында урынлашҡан үҙәк утарында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары - 2022" спорт-фольклор байрамы булды. Нәшриәттә донъя күргән баҫма продукцияны Бөрйән халҡына һәм ошо ҙур сарала ҡатнашыусыларға тәҡдим иттек. Ҡөрьән Кәрим, "Урал батыр" һәм башҡа әкиәттәр, милли үҙенсәлекте сағылдырған, халыҡ ижадына бәйле баҫмалар, бәләкәстәр өсөн матур йөкмәткеле китаптар айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы ҡунаҡтарҙы. Араларында китап алыу ниәте менән килдек, тиеүселәр ҙә булды.
Үҙҙәре китап уҡырға яратҡан дуҫтарыбыҙҙың балаларына ла, ейәндәренә лә китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуына; уны ҡәҙерләргә һәм китап менән дуҫ булған кешенең зиһене лә яҡты, белеме лә тәрән икәнлегенә өйрәтеүенә шаһит булдыҡ.

З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте.

Урал батыр
Урал батыр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: