Яңылыҡтар
10 Марта 2022, 04:50

Урал батыр

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте 11 мартта Бөрйән ерендә уҙасаҡ "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары - 2022" байрамына күргәҙмә-йәрминкә менән бара. Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Һарғая ауылында урынлашҡан үҙәк утарында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" спорт-фольклор байрамы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Сараның маҡсаты - ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтте һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" иҫ киткес ҡыҙыҡлы: унда арҡан тартыш, милли көрәш, ат сабыштырыу, уҡ атыу ярыштары буласаҡ.

Урал батырУрал батыр

Автор:Салават Абузаров
Читайте нас