Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2022, 12:25

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур ҠЫУАТОВА: "Әсмә йәки, ғәмәл вә яза"Республиканың төп театры репертуарында әҙәпкә, әхләккә, дингә, белемгә әйҙәгән спектакль барлыҡҡа килеүенә шатмын.

Гөлнур ҠЫУАТОВА
Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур ҠЫУАТОВА:

"Әсмә йәки, ғәмәл вә яза"
Республиканың төп театры репертуарында әҙәпкә, әхләккә, дингә, белемгә әйҙәгән спектакль барлыҡҡа килеүенә шатмын. Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәре мәңгелек - ул бөгөнгө көндә лә актуаль.
Көслө режиссура һәм хореография. Тик берәй дин әһеле менән артистарға консультация үткәрергә кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки доға ҡылыу кеүек ябай, әммә мөһим ғәмәлдәрҙә лә яңлышлыҡтар бар.
Һәр кем үҙ ғәмәленә - яҡшылыҡмы ул, насарлыҡмы - үҙ яуабын аласаҡ. Гонаһтарға мотлаҡ яза булыр. Изгелек изгелек менән ҡайтыр. Әсмә лә бит күңел сафлығын, яҡтылығын һаҡлап ҡала алды һәм үҙ бәхетен тапты.
Ҙур рәхмәт, академтеатр. Рәхмәт, Зиннур Сөләймәнов! Ризаитдин Фәхретдиновтың яҡты рухы алдында баш эйәм...

Гөлнур ҠЫУАТОВА
Гөлнур ҠЫУАТОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: