Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2022, 15:20

Премьера

Премьера 4 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса “Әсмә” (инсц. Ш.Шәкүрова) спектакленең премьераһы үтте.

Премьера
Премьера

Премьера

4 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса “Әсмә” (инсц. Ш.Шәкүрова) спектакленең премьераһы үтте. Спектаклдең режиссеры Зиннур Сөләймәнов, режиссер ассистенты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров.
Һәм шулай уҡ ижади төркөмдә композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, хореограф – Алина Мустаева, яҡтыртыусы буйынса рәссам – Светлана Насонова, видеограф – Урал Мәхийәнов эшләне.
Спектаклдә билдәле сәхнә оҫталары һәм театр йәштәре, ә төп ролдә беҙҙең йәш актрисаларыбыҙ Айым Сөләймәнова һәм Сабина Кирәева ҡатнашты.
Премьераға коллегалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре килде.
Премьера алдынан тамашасыларға театр фойеһында “Ризаитдин Фәхретдин: рухиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт” тип аталған күргәҙмә тәҡдим ителде. Күргәҙмәне Татарстан республикаһының Әлмәт районында урынлашҡан Ризаитдин Фәхретдиндең мемориаль музейы ойошторҙо.
Тамашасылар ғалимдың шәхси әйберҙәрен, шулай уҡ, Әсмә Шәрәфтең “Атайым хаҡында иҫтәлектәр” ҡулъяҙма дәфтәрен күрә алдылар. Ғөмүмән, үҙенсәлекле һәм бөйөк шәхес – Ризаитдин Фәхретдин хаҡында бәйән итеүсе 36 һирәк һәм уникаль булған экспонаттар, артефакттар тәҡдим ителде. Әйтеп үтергә кәрәк, был музейҙың Өфөләге тәүге күсмә күргәҙмәһе, шуға күрә, билдәле ғалим, педагог, журналист, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Р.Фәхретдиндең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар иртәгә, 5 мартта, премьера алдынан ҡарай алаһығыҙ.
5 мартта, спектаклдең икенсе премьераһы күрһәтеләсәк.
Башлана: 19:00 сәғ.
Рәхим итегеҙ!

Премьера
Премьера
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: