23 февралдә Илеш районының Иҫәнбай ауылы халҡы «Айыҡ ауыл — 2021» республика бәйгеһе сиктәрендә ҙур сара уҙғарҙы, шул иҫәптән, Балыҡсылар байрамына Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм күрше Татарстандан етмеш ярышсыны һәм өс йөҙгә яҡын көйәрмәнде йәлеп итте.
— Ял, байрам көндәрен эскеһеҙ үткәреү, яңы шөғөлдәр табыу милләтебеҙгә сәләмәт тормошҡа юл аса. Әлеге ваҡытта Башҡортостан ҡануниәте буйынса һәр бер ауыл биләмәһе үҙ сиктәрендә эскелеккә ҡаршы саралар күрә һәм магазиндарҙа алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыя ала. Иманым камил — киләсәктә тиҫтәләп түгел, йөҙәрләп айыҡ башҡорт ауылы буласаҡ, - тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.