Карточкаларҙың тәүге икәүендә Өфө рәссамы Георгий Прокшиндың «Өфө. Покров сиркәүе» һәм «Өфөлә иртә» картиналары төшөрөлгән. Улар Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған.
«Башҡортостандан СССР геройҙары» серияһында тағы бер почта карточкаһы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, лётчик Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап сығарылған.
Карточкалар сығарыу идеяһын В.Лебедьков, В. Березин, дизайнерҙар М. Кузьмин һәм Ж. Васюкова тәҡдим иткән. Һәр береһе 136 дана тираж менән нәшер ителгән.