Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2022, 09:53

Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайтты

Бөгөн төндә Өфөгә «Ағиҙел» клубы хоккейсылары әйләнеп ҡайтты.

Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайтты
Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайтты

Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында  Өфөнөң «Ағиҙел» хоккей командаһынан Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова, Полина Лучниковалар сығыш яһағайны.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙ командаһына бәхет йылмайманы. Тәүге төркөм уйындарында хоккейсылар Швейцария командаһын 5:2 иҫәбенә тар-мар иткәйне. Ләкин сираттағы уйындарҙа ҡыҙҙар бөтөнләй уңышҡа өлгәшә алманы, өс еңелеү кисереп, төркөмдә һуңғы урынды яуланы.

Спортсыларыбыҙҙы Өфө Халыҡ-ара аэропортында яҡындары, дуҫтары һәм көйәрмәндәре ҡаршы алды. БР Спорт министрлығы вәкилдәре олимпиясыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайтты
Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайтты
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: