Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2022, 10:40

Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө «бронза» яуланы

Пекиндағы Олимпиадала биатлондағы эстафета ярышында беҙҙең ирҙәр командаһы һуңғы минуттарға тиклем лидер булып килеп, аҙаҡҡы баҫҡан килеш атыу рубежында һөрлөктө. Һөҙөмтәлә бронза миҙал менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.

Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө «бронза» яуланы
Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө «бронза» яуланы

Һуңғы этапта сығыш яһаған яҡташыбыҙ Эдуард Латипов дәғүәселәренән 50 секундҡа өҫтөнлөк менән килә ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,һуңғы атыуҙа хаталанды һәм сәпкә яҙа атты. Ике штраф әйләнешен йүгереп,  “алтын”ды ҡулдан ысҡындырҙы. Шулай итеп, Рәсәй командаһы өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. 

Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө «бронза» яуланы
Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө «бронза» яуланы
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: