Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2022, 13:43

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов, Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев, хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, курсанттар һәм кадеттар ҡатнашты. 

Сарала ҡатнашыусылар локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Артабан республика етәксеһе хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашты.

«Яугир-интернационалистар — иң яуаплы, көслө һәм лайыҡлы кешеләр. Беҙ һәр ваҡыт уларҙы хөрмәт итәбеҙ. Йәш кенә булһалар ҙа улар һуғышты, яраланды, күптәре баштарын һалды. Мәрхүмдәргә — яҡты иҫтәлек. Улар — ысын ир-егеттәр, дәүләттең терәге, ҡыйыу, намыҫлы һәм ғәҙел кешеләр. Мин уларға тәрән ихтирам менән ҡарайым. Улар менән осрашҡан һайын иң тәүҙә ныҡлы һаулыҡ теләйем», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: