Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Асҡын районындағы яңы завод тураһында яҙып сыҡты.
“Асҡын районында рапс эшкәртеү заводының тәүге этабы тамам, май һығыу һәм преслау ҡорамалдары әҙер. Был завод – идара итеү командаһы тарафынан башҡарылған системалы эштең бер миҫалы. Проектты 2019 йылдың мартында инвестиция сәғәтендә ҡарағайныҡ. 2022 йыл башында заводтың тәүге сираты эшләй башлауын билдәләйбеҙ.
Был завод майлы культуралар (рапс, етен, гәрсис) сәсеүлектәрен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Рапс – юғары маржиналь культура, ул талымһыҙ һәм беҙҙең шарттарҙа яҡшы үҫә. Аграрийҙар һәм фермерҙар өсөн был бик уңайлы.
Завод ҡеүәтле – йылына 30 мең тоннанан ашыу орлоҡ эшкәртергә һәм йылына 10 мең тоннанан ашыу үҫемлек майы етештерергә ниәтләйбеҙ. Проектта бер юлы 50 мең тоннаға тиклем майлы культура орлоғон һаҡлау ҡеүәтенә эйә булған элеватор ҙа ҡаралған. Беҙ үҙебеҙҙә, Башҡортостанда рапс үҫтерә, һаҡлай, эшкәртә һәм уны отошло хаҡҡа һата аласаҡбыҙ.
Рапс үҫтереү файҙалы. Донъя баҙарында уға ихтыяж ҙур, эшкәртеүҙән һуң ҡалған рапс төпрәһе һөт малсылығында бик кәрәк. Проекттың дөйөм хаҡы 1,5 миллиард һумдан ашыу, беренсе этапта 400 миллион һум самаһы үҙләштерелгән.
Дөйөм алғанда, башланғыс тормошҡа ашырылды, завод эшләй башланы һәм әкренләп план ҡеүәтенә сығасаҡ. Шуныһы мөһим: әле үк яңы эш урындары булдырылған, һөҙөмтәлә заводта йөҙ ярым самаһы хеҙмәткәр эшләйәсәк. Республикабыҙ, айырыуса төньяҡ райондар өсөн, был – стратегик мөһим предприятие”, – тип яҙған Радий Хәбиров.