Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2022, 14:03

Тажзәхмәт менән ауырығандар өсөн республикала койка-урындар арттырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл «ябай түгел», ләкин контролдә тотола.

Тажзәхмәт менән ауырығандар өсөн республикала койка-урындар арттырылды
Тажзәхмәт менән ауырығандар өсөн республикала койка-урындар арттырылды

Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сирлеләрҙең дөйөм һаны 164 708-гә еткән, бер тәүлектә 3 780 кешелә ошондай диагноз раҫланған.

23 413 сирле өйөндә дауаланһа, 327-е — стационарҙа, 23 пациент ауыр хәлдә.

Республикала ковид-пациенттар өсөн койка фонды арттырылды, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Максим Забелин быны райондарҙа ауырыуҙарҙың күбәйеүенә бәйле булыуын әйтте.

«Бөгөнгә 3250 койка-урын әҙер, шуларҙың 81 проценты буш түгел», — тине һаулыҡ һаҡлау министры.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә. Беренсе компонентын 2 419 275 кеше алған, 2 264 882 кеше вацинацияны тамамлаған. Ә 338 мең кеше ревакцинация үткән.

12-18 йәшлек 2 759 үҫмер «Спутник М» вакцинаһын яһатҡан, шуларҙың 14-е икенсе компонентын алған да инде. Министр билдәләүенсә, кире эҙемтәләр күҙәтелмәгән.

Тажзәхмәт менән ауырығандар өсөн республикала койка-урындар арттырылды
Тажзәхмәт менән ауырығандар өсөн республикала койка-урындар арттырылды
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: