«Шағир көндәлеге» — республика халҡы, Башҡортостан Башлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан”, Свердловск киностудиялары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында төшөрөлгән тәүге фильм.
Фильм Өфөлә, Шишмә районында, Һамар ҡалаһында төшөрөлгән. Унда 53 профессиональ актер ҡатнашҡан, шағирҙың шәхси әйберҙәре ҡулланылған. Ижади төркөмгә 60 – 70-се йылдарҙың көнкүреш әйберҙәрен табыуҙа республика халҡы ла ярҙам иткән.
Проекттың пресс-секретары Гөлнара Яруллина әйтеүенсә, кинотаҫма кинфестивалдәргә сыҡҡандан һуң, уның премьераһын күрһәтеү планлаштырыла. Шулай уҡ картинаның Бөтә Рәсәй прокатына сығыуы ла күҙаллана.