Рәми Ғариповты доньяға алып килгән һәм донъянан алып киткән буранлы февраль.12 февралдә халҡыбыҙҙың бөйөк улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, тәржемәсе Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына – 90 йыл.
Ошо уңайҙан ойошторолған флешмобҡа "Ағиҙел" жураналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағир Әхмәр Үтәбай ҡушыла.