Митингты ҡурайсылар башҡарыуында “Сыңрау торна” көйө асты. Артабан гимназия директоры сәләмләү һүҙе менән сығыш яһағандан һуң, һүҙҙе БР Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадрановҡа бирҙе.
Шағирҙың юбилейына арналған сарала гимназия уҡыусылары башҡарыуында уның шиғырҙары ла яңғыраны.
Сара Рәми Ғариповтың һәйкәленә сәскә һалыу һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды.