Спортсы скиатлонда «алтын» алғандан һуң, классик стилдә 15 саҡрымлыҡ дистанцияла призлы урынға сығыу өсөн махсус рәүештә спринт ярышында ҡатнашманы. Большуновта — «көмөш». Илебеҙ спортсыһы фин саңғысыһынан ғына ҡалышты.
Әйткәндәй, был саңғысының шәхси иҫәбендә алтынсы олимпия наградаһы һәм дүртенсе «көмөш» миҙалы. Большунов тағы ла өс дисциплинала почёт пьедесталындағы урын өсөн көрәшергә йыйына.