Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2022, 12:31

Өфө — Приют «Көнбайыш экспресы» электропоезы тағы бер станцияла туҡтай

2022 йылдың 15 февраленән «Өфө — Приют» маршруты буйынса 7147-се «Көнбайыш экспресс» ҡала яны поезына Шиңгәккүл станцияһында өҫтәмә туҡталыш тәғәйенләнә. Был хаҡта республика Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфө — Приют «Көнбайыш экспресы» электропоезы тағы бер станцияла туҡтай
Өфө — Приют «Көнбайыш экспресы» электропоезы тағы бер станцияла туҡтай

Тиҙ йөрөшлө электропоезд пассажирҙарына мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн 2022 йылдың апрелендә Шиңгәккүл станцияһында билет кассаһын асыу күҙаллана.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, Көнбайыш экспресының ҡала яны поездарына кассала, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалында йәки «Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһында алынған билет менән ултырып китергә мөмкин.

Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ булыуы мотлаҡ.

Билеттарҙы 10 тәүлек алдан һатып алырға мөмкин.

Өфө — Приют «Көнбайыш экспресы» электропоезы тағы бер станцияла туҡтай
Өфө — Приют «Көнбайыш экспресы» электропоезы тағы бер станцияла туҡтай
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: