Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 11:51

Радий Хәбиров Пекиндағы Олимпиада бронза миҙал яулаған Семен Елистратовты ҡотланы

Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов Пекиндағы Олимпия уйындарында 1500 метр дистанцияла бронза миҙал яуланы. Ул Рәсәйҙең йыйылма командаһына ун беренсе миҙал килтерҙе.

Радий Хәбиров Пекиндағы Олимпиада бронза миҙал яулаған Семен Елистратовты ҡотланы
Радий Хәбиров Пекиндағы Олимпиада бронза миҙал яулаған Семен Елистратовты ҡотланы

«Беҙҙең Семен Елистратов Пекинда шорт-трек буйынса 1500 метр дистанцияла бронза алды! Семенды, барыһын да ҡотлайым!» — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Алтын наградаға — Көньяҡ Кореянан Хван Дэ Хон, көмөш миҙалға Канаданан Стивен Дюбуа лайыҡ булды.

Семен Елистратов — 2014 йылда эстафетала олимпия чемпионы, 2018 йылғы Олимпия уйындарында бронза призёр, 2015 йылда донъя чемпионы, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш призёр, донъя чемпионаттарында биш тапҡыр бронза призёр; күп тапҡыр Европа чемпионы; 1000 метрлыҡ дистанцияла Донъя кубогын яуланы. Был иһә Семёндың карьераһында дүртенсе Олимпиада.

Радий Хәбиров Пекиндағы Олимпиада бронза миҙал яулаған Семен Елистратовты ҡотланы
Радий Хәбиров Пекиндағы Олимпиада бронза миҙал яулаған Семен Елистратовты ҡотланы
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: