Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 11:47

Өфө аэропорты — Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә

2021 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Өфө аэропорты VIII «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһына лайыҡ булды һәм йылына 2-4 миллион пассажир категорияһында илдең иң яҡшы өс аэропорты иҫәбенә инде.

Өфө аэропорты — Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә
Өфө аэропорты — Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Был хаҡта республика Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә NAIS-2022 Граждандар авиацияһы инфраструктураһының милли күргәҙмәһе барышында үтте.

2021 йылда «Өфө» аэропорты пассажир ташыу күләмен һиҙелерлек арттырҙы, 2020 йылдың ғына түгел, ә пандемияға тиклемге 2019 йылдың күрһәткестәрен дә уҙып китте.

Өфө аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер йылда 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.

«Былтыр беҙ яңыртыу программаһының мөһим этабын тамамланыҡ, эске авиалинияларҙың яңы терминалын астыҡ. Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Беҙҙең төҙөлөш һәм инвестиция циклдары дауам итә, 2024 йылда пассажирҙар өсөн эске терминал логистиканы тамамларға һәм яҡшыртырға йыйынабыҙ», — тине «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев.

Өфө аэропорты — Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә
Өфө аэропорты — Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: