Фәнил Шәмсетдин улы Башҡорт АССР-ның Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының Башҡортостан радиоһында тәржемәсе булып эш башлай, мөхәррир, өлкән мөхәррир һәм радионың баш мөхәррире, артабан Башҡортостан телевидение студияһында баш мөхәррир һәм уның етәксеһе – Радиотелекомпанияның генераль директоры урынбаҫары була. Радио һәм телевидениеның төрлө яҡлап үҫешендә, яңы алымдар үҙләштереүҙә Фәнил Ҡоҙаҡаевтың өлөшө тос.
Төрлө йылдарҙа Фәнил Ҡоҙаҡаев БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары булды. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарҙы. Уның тырышлығы менән республиканың бик күп район һәм ҡалаларында башҡорт телендә гәзиттәр сыға башланы.
Фәнил Ҡоҙаҡаев «Тамаша» журналында баш мөхәррир булды. 2013 – 2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының яуаплы сәркәтибе вазифаһында ла эшләне. Әлеге көндә Фәнил Шәмсетдин улы Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының мәғлүмәт-аңлатыу эше төркөмө етәксеһе.