Был китапта һуғыштың ысын йөҙө сағыла
Бөгөн уҡыусыларҙы нәшриәтебеҙҙә донъя күргән “Кеше яҙмышы” исемле прозалар йыйынтығы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Унда ил буйынса киң билдәле яҙыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәре индерелде. Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тып-тын...”, Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы” исемле повестары, Талха Ғиниәтуллин, Василь Быков, Николай Илюмжинов, Сыңғыҙ Айытматовтарҙың хикәйәләрен башҡорт нәшер ителде. Иғтибарығыҙға бер нисә быуындың бала, үҫмер саҡта яратып, илай-илай уҡыған Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы” әҫәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Был повесҡа ҡарата төшөрөлгән фильм да һуғыштың иң ҡаты мәлдәрен, аяныслы яҙмыштарҙы һүрәтләй:
“... – Атайың ҡайҙа һуң һинең, Ваня? – тип һорайым бынан.
Бышылдап ҡына:
– Фронтта үлде , – ти.
– Ә әсәйең?
– Әсәйҙе поезда килгәндә, бомба төшөп үлтерҙе.
– Бында туғандарың бармы һуң?
– Бер кемем дә юҡ
– Ә ҡайҙа төнәйһең?
– Ҡайҙа етте шунда.
Шул ваҡыт әсе күҙ йәштәрем ҡайнарланды һәм мин ҡапыл “Икебеҙгә ике ерҙә юҡҡа сығырға ярамаҫ! Үҙемә балалыҡҡа алам мин быны”, тигән ҡарарға килдем. Күңелем шундуҡ еңеләйеп һәм яҡтырып киткәндәй булды. Тегеңә эйелеп, шым ғына һорайым:
– Ә һин, Ванюша, минең кем икәнемде беләһеңме?
Ул тын алмаҫ борон:
– Кем һуң? – тип ҡуйҙы.
Мин шым ғына: “Һинең атайың”, – тинем.
Йә Хоҙай! Күрһәңсе шунда ни булғанын! Муйыныма һарылды ла битемде, иренемде, маңлайымды үбергә тотондо. Ә үҙе, сәпсек шикелле, шундай нескә һәм сыңлатып ҡысҡыра, хатта кабина эсен яңғырата:
– Атаҡайым! Мин бит белдем! Эҙләп табырыңды ла белә инем! Тапмай ҡалмаҫһың тинем! Һинең табырыңды шундай оҙаҡ көттөм!
Миңә лыпын һырышҡан да елгә һелкенгән үләндәй дерелдәй был. Ә минең күҙ алдын томан ялмай, бәлтерәйем, ҡулдарым ҡалтырай – нисек шунда рүлде ысҡындырып ебәрмәгәнмен! Улай ҙа яңылыштан йырынға янтайып керҙем. Моторҙы һүндерҙем дә, күҙ алдарым асыҡланғансы, ҡуҙғалырға ҡыймай торҙом, берәйһен тапатмайым тип... Шул килеш бер биш минут ултыра бирҙем, ә улым бар көсөнә һарыҡҡандан-һарыға, үҙе ләм-мим өндәшмәй, дерелдәй генә...”
Төп герой менән малайҙың үткәнен, артабанғы яҙмышын повесты тулыһынса уҡығас белергә мөмкин.
Китап нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша алдырыу мөмкинлеге бар. Рәхим итегеҙ!
http://kitap-ufa.ru/news/byl_kitapta_u_yshty_ysyn_y_s..