Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2022, 10:10

Кисәләр

Ожмахтай еребеҙҙә, тәбиғәт ҡосағында быуаттар буйы йәшәгән башҡорт. Ер-әсәнең йөрәк тибешен тыңлап, һәр һулышын аңлап йәшәй ата-бабаларыбыҙ. Шуғалыр ҙа тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә сирткән уларҙың йөрәк ҡылдарын.

Кисәләр
Кисәләр
Ожмахтай еребеҙҙә, тәбиғәт ҡосағында быуаттар буйы йәшәгән башҡорт. Ер-әсәнең йөрәк тибешен тыңлап, һәр һулышын аңлап йәшәй ата-бабаларыбыҙ. Шуғалыр ҙа тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә сирткән уларҙың йөрәк ҡылдарын. Ә Хоҙай илселәре булған ысын шағирҙарыбыҙ яҙын ҡоштар ҡайтыуын, тәбиғәт уяныуын, йәйге елбеҙәк елдәр иҫеүен, көҙгө туҡ башаҡтың көс-һутҡа тулышыуын, йомшаҡ ҡар-юрғандарҙың ерҙе ҡаплап, сатлама һыуыҡтарҙан һаҡлауын үҙҙәренә генә хас серлелек менән асып һалғандар. Халҡыбыҙҙың шундай аҫыл ирҙәренең береһе, яҡташыбыҙ, күбәләк еренең арҙаҡлы улы, яҙыусы, шағир, халыҡ сәсәне Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың юбилейы – тыуыуына 75 йыл. Күбәләктәр арҙаҡлы улдарының "Ырыуыбыҙ ҡото" исемле хәтер кисәһендә яҙыусының ижадын, ҡаҙаныштарын иҫкә алды, рухына бағышлап аят уҡытты һәм ул шиғри юлдарға һалған Ҡөрьәнде тыңланы.
 
Кисәләр
Кисәләр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: