Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2022, 11:55

Туған тел

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, “Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ. БЮТ каналы ошо хаҡта видеороликтар теҙмәһе әҙерләй. Проект халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.   ТУҒАН ТЕЛ Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел — Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ, Илe юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә — сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Туған тел
Туған тел

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, “Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ.

БЮТ каналы ошо хаҡта видеороликтар теҙмәһе әҙерләй. Проект халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

 

ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Туған тел
Туған тел
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: