Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың беренсе Президенты, аҡһаҡалыбыҙ Мортаза Рәхимовты ҡотланы.
Республика етәксеһе бөгөн таң менән Мортаза Ғөбәйҙулла улын ҡотлап, изге теләктәрен еткергән.
«Башҡортостандың аяҡҡа баҫыу дәүере алыҫлашҡан һайын мин уның ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы осор булғанлығын аңлайым. Республика башында ошондай етәксенең тороуы уның артабанғы үҫешен хәл иткән. Мортаза Ғөбәйҙулла улына иң йылы һәм изге теләктәребеҙ, иң мөһиме: ныҡлы һаулыҡ», - тине Радий Хәбиров.