Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2022, 10:15

2022

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап...10 февралдә баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп йүнәлештәрен презентациялау сараһы уҙа. Ул мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевтың ижадына арналған концерт алдынан киң йәмәғәт вәкилдәренә тәҡдим ителәсәк.Йыл сиктәрендә планлаштырылған сараларҙың төп үҙенсәлеге — быуаттар төпкөлөнән килгән, рухи мәркәзебеҙгә әүерелгән мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыу менән бергә, яңы ижади йүнәлештәргә лә иғтибар бүленәсәк.Конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади проекттарҙа профессиональ сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән, йәш таланттар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла, ижади шәхестәр ҙә ҡатнаша һәм үҙ йүнәлештәрен тәҡдим итә аласаҡ."Ҡоролтай" төркөмөнән

2022
2022

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап...

10 февралдә баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп йүнәлештәрен презентациялау сараһы уҙа. Ул мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевтың ижадына арналған концерт алдынан киң йәмәғәт вәкилдәренә тәҡдим ителәсәк.
Йыл сиктәрендә планлаштырылған сараларҙың төп үҙенсәлеге — быуаттар төпкөлөнән килгән, рухи мәркәзебеҙгә әүерелгән мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыу менән бергә, яңы ижади йүнәлештәргә лә иғтибар бүленәсәк.
Конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади проекттарҙа профессиональ сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән, йәш таланттар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла, ижади шәхестәр ҙә ҡатнаша һәм үҙ йүнәлештәрен тәҡдим итә аласаҡ.
"Ҡоролтай" төркөмөнән

2022
2022
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: