Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булыусылар билдәләнгән!
Бына улар:
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһы лауреаты, журналистика ветераны Роберт Собханғолов;
- Күгәрсен ауылынан үҙешмәкәр шағирә, ете үҙнәшер китап авторы Зөлфиә Хәйбуллина;
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре һәм фестивалдәре лауреаты, район мәҙәниәт һарайы методисы, йырсы Мәҙинә Рәхмәтуллина.
"Район һәм республика баҫмаларында һәм айырым китап булып донъя күргән әҫәрҙәре менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижади традицияларын дауам итеүгә, әҙәби мираҫын пропагандалауға, яҙыусының тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләре менән уның исемен мәңгеләштереүгә өлөш индереүселәр рәтен тулыландырған лауреаттарҙы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ!"- тиелә "МОРАҘЫМ" гәзите төркөмөндә.