Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2022, 10:21

2022 йылғы Олимпиадала призлы урын алған спортсылар өсөн аҡса күләме билдәле булды

Рәсәй Хөкүмәте Рәсәйҙең йыйылма командаһы еңеүселәре өсөн аҡсалата бүләктәр тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. 

2022 йылғы Олимпиадала призлы урын алған спортсылар өсөн аҡса күләме билдәле булды
2022 йылғы Олимпиадала призлы урын алған спортсылар өсөн аҡса күләме билдәле булды

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин һүҙҙәренсә, Пекинда Олимпиада һәм Паралимпиада атлетына алтын миҙал өсөн 4 миллион һум бирелә, көмөш миҙалға — 2,5 миллион һум, бронзаға — 1,7 миллион һум.

Башҡортостандан Олимпия һәм Паралимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары 2 миллион, 1,5 миллион һәм 1 миллион һум менән бүләкләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы Олимпиада бөгөн, 4 февралдә, башлана. Башҡортостан Республикаһынан 14 спортсы сығыш яһай.

2022 йылғы Олимпиадала призлы урын алған спортсылар өсөн аҡса күләме билдәле булды
2022 йылғы Олимпиадала призлы урын алған спортсылар өсөн аҡса күләме билдәле булды
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: