Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2022, 13:13

Республикала яңы байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрамды булдырырға ниәтләйҙәр. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, парламенттың киләһе ултырышында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләү тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителә. Уны 29 октябрҙә булдырыу планлаштырыла.

Республикала яңы байрам булдырыла
Республикала яңы байрам булдырыла

«Датаны һайлау тарихи яҡтан нигеҙләнгән: 1991 йылдың 29 октябрендә Башҡорт ССР-ының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторола. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре ер мөнәсәбәттәрен дәүләт көйләүендә туранан-тура ҡатнаша», — тине Башҡортостан парламенты спикеры.

Мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан килем буйынса Башҡортостан бөгөн Рәсәй субъекттары араһында алдынғы позицияларҙы биләй, тип хәтергә төшөрҙө Константин Толкачёв.

Закон проекты республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының утыҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы әҙерләнде.

Республикала яңы байрам булдырыла
Республикала яңы байрам булдырыла
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: