«Әле Өфө мәктәптәрендә 12-17 йәшлек 56 799 үҫмер уҡый. Белем биреү учреждениеларының бер өлөшө дистанцион режимда эшләй. Роспотребнадзор тәҡдимдәре буйынса, уҡыусыларҙың 20 проценттан ашыуы сирләгән осраҡта өйҙән уҡыуға күсереү тураһында бойороҡ сығарырға рөхсәт ителә. Дәрестәр онлайн-ресурстар ярҙамында уҙғарыла, бының өсөн фәндәр буйынса белем биреү программаларына төҙәтмәләр индерелде, дәрестәрҙең теҙмәһе үҙгәртелде, был хаҡта ата-әсәләргә хәбәр итеү мотлаҡ», — тине Елена Хаффазова.
Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, Өфөнөң балалар баҡсалары әлегә штат режимында эшләй, әгәр төркөмдә бала йәки уҡытыусы ауырып китһә, ул тотошлай тулыһынса ете көнлөк карантинға ебәрелә.