Яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 10:33

Башҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләнде

«Урал буйы» автомобиль блдары идаралығы мәғлүмәте буйынса, 3 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-нән М-5 федераль юлының 1194-се саҡрымынан (Төньяҡ тораҡ пункты) 1281-се саҡрымына тиклемге участкала (Октябрьский ҡалаһы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләндеБашҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләнде
Башҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләнде

Был саралар көслө ел, буран, ныҡ итеп ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүенә бәйле ҡабул ителде.

Сикләү көндөҙгө 3-кә тиклем ғәмәлдә.

Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм һауа шарттары яҡшырғансы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр.

Башҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләнде
Башҡортостан менән Татарстан сигендә транспорт хәрәкәте сикләнде
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас