Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 11:20

УН КАРТИНА - БҮЛӘККӘ

Башҡортостандың Милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.

УН КАРТИНА - БҮЛӘККӘ
УН КАРТИНА - БҮЛӘККӘ

Күргәҙмәне асып, "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" хәйриә фонды рәйесе Каринэ Хәбирова шулай тине: "Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөгөнгө сара өсөн барыһына ла рәхмәт. Айырыуса Евгения Васильеваға - Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы, бөгөнгө күргәҙмә символына биргән иғтибары өсөн. Әлбиттә, беҙ республикабыҙҙы Рәсәйҙең генә түгел, донъя кимәлендәге башҡа рәссамдарҙың да күреүен теләйбеҙ. Ә Башҡортостандан ситтә ижад итеүселәрҙе илһамландырырға мөмкин икәненә бөгөн йәнә бер инандыҡ". 

Проект авторы — билдәле рәссам, Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почет ордены кавалеры, сәнғәт оҫтаһы Евгения Васильева. Уның эштәре Пьер Карденда (Франция), Татарстан Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Гибеллина ҡалаһының (Италия) заман сәнғәте музейында, Кальтаджироне епархия музейында (Италия), Ибраһим Кодра фондында (Швейцария), шулай уҡ бөтә донъя буйынса шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Үҙ сиратында күргәҙмә авторы Евгения Васильева түбәндәгеләрҙе әйтте: "Эшемде Бөрйән бал ҡортона бағышлау мөмкинлеге тыуған өсөн рәхмәтлемен. Бал ҡорто тәү сиратта фиҙакәр хеҙмәт символы булып тора. Тырышлыҡ был донъя үҙеңде табырға ярҙам итә. Музейҙа күргәҙмә үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультетына, Санкт-Петербург сәнғәт академияһының ғилми-тикшеренеү музейына һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт. Мин Бөрйән бал ҡортона һоҡланам. Уға әҫәрҙәремде, картиналарымды бағышланым. Бөрйән балының юғары сифаты, файҙаһы һәм иҫ киткес тәме тураһында бөтөн донъя белә. Халыҡ-ара конгресты Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар бөтә ил өсөн мөһим, тип иҫәпләйем. Башҡортостан тәбиғәтенә, умартасылыҡ, ауыл хужалығы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәргә, республикала туризмды үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асылыр тип уйлайым". 

Экспозицияла картиналар, һүрәттәр, фотоһүрәттәр, скульптуралар ҡуйылған. Бал ҡорто бөтә халыҡтарҙа ла тырышлыҡ, именлек, ғаилә, бәхет символы булып тора, умарта — идеаль йәмғиәт өлгөһө.

"Башҡортостан үҙ төбәгенең матурлығы менән борондан ижадсыларҙы илһамландыра. Бөгөнгө күргәҙмә ошоноң тағы бер миҫалы булып тора, ә был осраҡта — Бөрйән бал ҡорто. Уны һаҡлау - "Экология" милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлеше. Ул беҙҙең республикала быйыл үтәсәк 47-се Халыҡ-ара умартасылар конгресының көн тәртибенә индерелгән. Әлеге күргәҙмә минең өсөн айырым мәғәнәгә эйә – бала саҡтарымды хәтерләтә, шулай уҡ республикабыҙҙың брендын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Евгения Николаевнаға күргәҙмәне республикабыҙға алып килгәне һәм Башҡортостан Милли музейына бүләк иткән ун әҫәре өсөн айырым рәхмәт", – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Евгения Васильева ун картинаһын Башҡортостан Милли музейы фондына тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

"Бал ҡорто нимә ул? Ул шул тиклем бәләкәй. Әммә ул шул тиклем эшһөйәр йән эйәһе. Унан өлгө алырға мөмкин. Бөрйән бал ҡорттары башҡаларҙан айырыла, уның балын бөтә донъя юғары баһалай. Хатта Ҡөрьәндә лә бал ҡортона арналған сүрә бар. Был ризыҡтың бер ҡалағы ғына ла кешегә ҙур көс бирә. Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ, Евгения Николаевна, беҙгә был донъяны аңларға, Аллаға һәм донъялағы бөтә нәмәгә рәхмәтле булып йәшәргә кәрәклегенә өйрәтә", – тип үҙ баһаһын белдерҙе Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.

Күргәҙмә асылыу уңайынан матбуғат конференцияһында Евгения Васильева Бөрйән бал ҡорто проектын ойоштороу башланғысы тураһында һөйләне, Рәсәй рәссамдарын республикабыҙға килергә, уның матурлығынан илһам алырға саҡырҙы. Евгения Николаевна шулай уҡ, эштәрем 47-се Халыҡ-ара умартасылар конгресында ҡуйылһа, быға шатланыр инем, тип билдәләне.

Күргәҙмә апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Санкт-Петербург сәнғәт академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.

УН КАРТИНА - БҮЛӘККӘ
УН КАРТИНА - БҮЛӘККӘ
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: