Ғаризалар киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләргә һәм граждандарҙың Салауат ҡалаһында, яҡындағы ауылдарҙа атмосфера һауаһы торошоноң насарайыуы тураһында мөрәжәғәттәренә таянып яҙылған.
«Контролдә тотҡан ведомство материалдарын өйрәнгәндә предприятиелар янында бысратыусы матдәләрҙең концентрацияһы норманан артыҡ булыуы теркәлде. Уларҙы ҡарағандан һуң республика прокуратураһы ошо тикшереүҙәрҙе хуплау тураһында ҡарар ҡабул итте, уларҙың һөҙөмтәләре контролгә алынды», — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан алдараҡ ошондай уҡ ғариза буйынса күҙәтеү ведомствоһы Росприроднадзор идаралығының «Рәсәй Федерацияһында дәүләт контроле (күҙәтеүе) һәм муниципаль контроль тураһында» Федераль закон талаптарын үтәмәүе сәбәпле пландан тыш сараларҙы үткәреүҙе хуплауҙан баш тартҡайны. Контролдә тотҡан орган прокуратура билдәләгән етешһеҙлектәрҙе бөтөргән.