Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2022, 13:48

Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды

1 февралдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды
Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды

Гәзит-журналдарға әлеге хаҡтар менән 31 мартҡа тиклем яҙылырға була.

«Акцияла 1400-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән балалар, ялтырауыҡлы, күңел асыу, һөнәри һәәм башҡа баҫмалар ҡатнаша. Шуай уҡ Башҡортостанда нәшер ителгән 140-тан ашыу республика, район һәм ҡала гәзит-журналдары», — тине республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.

Баҫма киң мәғлүмәт сараларына республиканың бөтә почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа, podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында яҙылырға була.

Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды
Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: