Баҙ ҡаҙыма ҡояшҡа
Һин ҡояштан тап эҙләмә,
Меҫкен кешем.
Ниңә һинең бар донъяға
Төшкән үсең?
Донъя - шундай матур бит ул,
Шундай серле.
Һин башҡанан кер эҙләмә,
Үҙең керле.
Кемдер өсөн булһаң да һин
Дуҫ һәм остаз.
Кемдер өсөн һин үсләшеп
Ҡаҙыйһың баҙ.
Шул ҡояштың йылыһына
Һин дә мохтаж.
Йәшенле ҡара болотҡа
Булма оҡшаш!
Соҡор ҡаҙып, туҡтамайса
Һис бер аҙға.
... Бер аңларһың, ул дәү ҡояш
Һыймай баҙға!
Тормош һынай
Яманлыҡтар ҡылғаным бар,
Ағартҡан бар йөҙөмдө.
Тик күңелдә юшҡын ҡала,
Алдап булмай үҙеңде.
Һәм шул юшҡын тартып тора
Үҙенә яманлыҡты.
Тормош шундай: яратмай ул,
Үҙһенмәй ялғанлыҡты.
Йәш саҡтан уҡ күңелеңә
Бер кер, бер тап төшмәһен.
Изге эшең кешеләргә
Шатлыҡ, өмөт өҫтәһен!
Тормош һынай, һин әҙер бул,
Дер һелкетеп һынаһын.
...Шайтан ҡотортҡан саҡта ла,
Ҡыла күрмә гонаһын!
Йәшәтеүсе көс
Һәр кешегә бер саҡ әжәл килә,
Әжәлдәрҙән юҡтыр ҡотолоу.
Ғүмерҙәрҙе бары оҙонайта
Йәшәүҙәргә булған ынтылыу.
Аяҡһыҙҙар тороп атлап китә,
Дәлилләһәң, кеше ышанмаҫ!
Өмөтһөҙҙәр, беләм, ҡурҡаҡтыр ул,
Өмөтлөләр генә юғалмаҫ!
Мөхәббәтһеҙ кеше йәшәй алмай,
Һөйөүҙәрҙән юҡтыр ҡотолоу!
Бәхетлерәк итә ғашиҡтарҙы
Бер-береһенә булған тартылыу.
Шул мөхәббәт - беҙҙе йәшәтеүсе,
Әйтә алам, һеҙгә, дәлилләп!
... Мөхәббәтте күңел түрҙәремдә
Йөрөтөрмөн һәр саҡ ҡәҙерләп!