Марат Аҙнабаев 1977 йылдан Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.
Марат Талғат улы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.