«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, перфораторҙы скважинға төшөргән саҡта, Сорғот районындағы ятҡылыҡта газ сыға башлаған. Тәне бешкән дүрт кеше дауаханаға оҙатылған», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Янғын һүндерелгән. Прокуратура әлеге осраҡты тикшерә башлаған.
«Эшселәргә беренсе һәм икенсе дәрәжәләге тән бешеү диагнозы ҡуйылған. Бөтәһе лә үҙ аңында, ауыр хәлдәгеләр юҡ. Уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай», — тип хәбәр итте ТАСС сығанағы. Улар — Башҡортостандан һәм Мари Элдан йөрөп эшләгән вахтасылар.
Вахтасылар Сорғоттоң тән бешеү үҙәгендә дауалана, тип билдәләнеләр Юграның һаулыҡ һаҡлау департаментында. Эшселәрҙең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Табиптар уларға тейешле ярҙам күрһәтә.