Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 15:00

Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.

Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 29 ғинуарҙағы бойороғона ярашлы, Вил Тимербулатов йәмәғәт башланғысында эшләй.

«Белеүегеҙсә, Вил Мамил улы коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда беҙҙең эргәлә, беҙҙең менән бергә ошо сир менән көрәшә. Уның белеме, ойоштороу һәләте беҙгә бик кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: