Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 15:21

Өфөлә «Нур» татар театры карантинға ябылды

Тамашасылар билеттарын кире ҡайтарырға йәки театр эшләй башлағас, спектаклдәргә килергә мөмкин.

Өфөлә «Нур» татар театры карантинға ябылды
Өфөлә «Нур» татар театры карантинға ябылды

«Нур» театрында 6 февралгә тиклем спектаклдәр булмай. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ошондай ҡарар ҡабул ителде, сөнки актерҙарҙың күбеһе сирләй, —  тине «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат секретары Гөлшат Сафина. — Тамашасылар һатып алған билеттарын кире ҡайтара йәки яңынан ошо спектаклгә йә иһә алдан залда урындар булыу-булмауын асыҡлап, икенсе спектаклгә килә ала».

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡа театрҙар һәм мәҙәниәт учреждениелары ғәҙәти режимда эшләй.

Өфөлә «Нур» татар театры карантинға ябылды
Өфөлә «Нур» татар театры карантинға ябылды
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: