Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2022, 15:35

“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү “Ағиҙел”дең йылды башлаған яңы һаны ла ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле. Ғинуар һаны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең “Ерҙә, һыуҙа, һауаларҙа моң ағыла, моң ағыла...” тигән шиғри шәлкеме менән асыла.

“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

 

“Ағиҙел”дең йылды башлаған яңы һаны ла ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле.

Ғинуар һаны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең “Ерҙә, һыуҙа, һауаларҙа моң ағыла, моң ағыла...” тигән шиғри шәлкеме менән асыла.

"Шиғриәт" рубрикаһында шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙең “Их!.. Йомарлап устарыма, йөрәкте һыҡҡы килә” шәлкемендә өр-яңы шиғырҙары урын ала.

Сәсмә әҫәрҙәрҙе уҡырға яратыусыларға Рәсүл Байгилдиндың “Етегән йондоҙлоғо” повесы, Рәлиф Кинйәбаевтың “Эх, күңелһеҙем һин минең” хикәйәһе тәҡдим ителә.

“Хеҙмәт сәме, рух көсө, күңел байлығы тәбиғәттән бирелгән сәсәнлек һәләте менән бергә ҡушылып, әҙипкә заманыбыҙҙың рух илсеһе булып, иленә, халҡына хеҙмәт итеп, тулы ҡанлы тормош алып барырға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бирә. Ҡайҙан килә шундай урғылып сыҡҡан шишмәләй көслө, бөтмәҫ илһам сығанағы?!”. Һүҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар хаҡында. Был һанда талантлы шағирҙың “Был мөхиттә” циклы һәм шағирҙың ижады тураһында әҙәби тәнҡитсе Рим Исхаҡовтың мәҡәләһе донъя күрҙе.

Журнал уҡыусылар күңеленә шағирҙар Рамай Ҡаһир, Мәрйәм Күсмәева, Марина Ахмедова-Колюбакина (Лариса Абдуллина тәржемәһендә) әҫәрҙәре лә хуш килер, моғайын.

Ғалимдар Фәнил Күзбәковтың Ғәлим Хисамовтың ижадына арналған “Ысынбарлыҡ һәм художестволылыҡ” һәм Зәки Әлибаевтың ғалим, яҙыусы Роберт Байымовтың тормошо һәм ижадына бағышланған “Остазым хаҡында кәлимә” тигән күләмле мәҡәләләре лә битараф ҡалдырмаҫ.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов менән әңгәмәһе, ғалимә Ғәҙилә Бүләкованың “Илаһи моң эйәһе” мәҡәләһе лә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле.  

Ә “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” рубрикаһында билдәле дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтың алдағы һандарҙа ла “Хәтер ипкендәре” исеме менән донъя күрә килгән хәтирәләре дауам итә. 

“Сатира һәм юмор”, “Журнал уҡыусыларыбыҙ ижады”, “Беҙҙең календарь” рубрикалары ла бик йөкмәткеле.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алыу йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Луиза Кирәева әҙерләне.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: