Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2022, 10:22

Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе
Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, һуңыраҡ ваҡытҡа һәм махсус күрһәтмәгә тиклем күмәк физкультура һәм мәҙәни саралар (фестивалдәр, смотрҙар, конкурстар) уҙғарыу күсерелә.

30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләгән йәки саҡырылған хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар уҙғарыу тыйыла.

Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ойоштороуҙан һәм үткәреүҙән тыйылырға тейеш (уларҙың ризалығы буйынса).

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: