Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 13:00

"Мәҙәниәт" проекты сиҡтәрендә - «Китап мажаралары»

Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылының моделле яңы быуын китапханаһында "Мәҙәниәт" милли региональ проект, "Пушкин картаһы" буйынса төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс саралар даими рәүештә үтә. Бында китапханасылар Зөлфиә Сәбғыйанова һәм Динә Кожина тырыш, һөҙөмтәле эшләйҙәр. Китапханаға ҡалмашлылар бик яратып килә, ауыл мәҙәни - сәнғәт усағы гөрләп тора.

"Мәҙәниәт" проекты сиҡтәрендә - «Китап мажаралары»
"Мәҙәниәт" проекты сиҡтәрендә - «Китап мажаралары»

Күптән түгел "Китап геройҙарының мажаралары" исемле видеосалонда айырыуса йәш быуын бик теләп ҡатнашты. Сара барышында видеовикторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йәнһурәттәр һәм художество фильмдарҙан фрагменттар ҡаранылар. Аҙаҡтан махсус күргәҙмә менән таныштылар.
Заман талаптарына ярашлы төрлө технологиялар менән яңыртылған китапхана балҡып, үҙенә саҡырып тора. Был бөгөнгө көндә лә бик әһәмиәтле  - тимәк китаптың рухи ҡиммәте арта, китапханаға йөрөүҙәр актуалләшә.

Юлай Низаев, Саҡмағош районы.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: