Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 13:29

Салауат Ҡолбахтин – Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Салауат Ҡолбахтин 1981 йылдың 8 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.

Салауат Ҡолбахтин – Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе урынбаҫары

2002-2003 йылдарҙа – «Башхимкомплект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг бүлеге начальнигы.

2003-2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының ойоштороу һәм хоҡуҡи эш бүлегенең әйҙәүсе белгесе.

2003-2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты аспиранты.

2007 йылдан алып БДУ-ла Ватан тарихы кафедраһы ассистенты, археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы? ғилми эштәр буйынса тарих факультеты деканының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, сит ил тарихы кафедраһы доценты булып эшләй.

2017-2018 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идара итеүе институтының сит ил тарихы кафедраһы доценты.

2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығында эшләй. Быға тиклем әйҙәүсе белгес-эксперт, баш белгес-эксперт, археологик мираҫ бүлеге начальнигы булды.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов