Шул уҡ ваҡытта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләте юғалмаҫҡа мөмкин, тип хәбәр итте «Регнум» Роспотребнадзор белдереүенә һылтанма менән.
Башинформ хәбәр итеүенсә, яңы штамдың билдәләре миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһына оҡшаш: температура күтәрелә, мускулдар һыҙлай, тымаулата, тамаҡ ҡысыта, сөскөртә, йүткертә.
Эксперттар әйтеүенсә, «омикрон» «дельта»ға ҡарағанда 4,2 тапҡырға тиҙерәк йоға. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа уны эләктереү ихтималлығы арта.
«Омикрон»дың инкубация осоро — 3-6, «дельта» штамының иһә 4-5 көн.