«Ошо осорҙа урамдарҙы, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, скверҙарҙы, парктарҙы, ихата биләмәләрен ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу эштәре ойошторола», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Коммуналь хеҙмәттәрҙән тыш, бөтә ойошмалар, учреждениеларҙың вәкилдәренә лә өмәгә сығырға тәҡдим итәләр.