«Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был осорҙа беҙ артыҡ баҫым яһаманыҡ. Ләкин баш санитар табиптың кәңәштәрен, ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, йәнә халыҡты ҡуҙғата башларға тейешбеҙ. Улар фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Вакцина яһатмағандарға ҡаршы кәртәләр булдырырға кәрәк. Кешеләр прививка эшләтергә бурыслы, — тине ул. — Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Улар барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле».
Башинформ хәбәр итеүенсә, Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.